Теркәүсе үҙе менән маршрут ҡағыҙы, Рәсәй Федерацияһы гражданы таныҡлығын һәм паспортын йөрөтә. Мәҫәлән, Дания Румянцева халыҡты иҫәп алыуға әҙерләүҙә беренсе тапҡыр ҡатнашһа ла, бурыстарын тиҙ өйрәнгән. Дания әйтеүенсә, ҡала кешеләре иҫәп алыу логотибын һәм сумкаһын күреү менән һорауҙарға ихлас яуап бирәләр.