Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Август 2019, 12:53

Башҡортостанда #ШАЙМОРАТОВ флешмобы башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы флешмоб башланы.

Унда ҡатнашыр өсөн «Шайморатов - генерал» йырын йырлап видеоға төшөргә һәм социаль селтәрҙәргә #Шаймуратов #Шайморатов #курултай хештегтары менән һалырға кәрәк. Иң ҡыҙыҡлы яҙмалар бүләктәр менән билдәләнә.
«Шайморатов генерал» йыры тәүге тапҡыр 1942 йылдың мартында яңғырай. Уның һүҙҙәренең авторы Ҡадир Даян, көйөн Заһир Исмәғилев яҙған. Тәүге тапҡыр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Ғабдрахман Хәбибуллин башҡарған. 1947 йылда йыр грампластинкаға яҙҙырыла.
Йырҙың тексын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал.
Совет иле өсөн яуҙа
Кисте һыуҙы, уттарҙы;
Дошмандарға ябырылғанда
Утлы дауыл ҡуптарҙы.
Шайморатов яу ҡырында
Дошмандарҙы көл иткән;
Утта янмай, һыуҙа батмай,
Һай, батыр ҙа ир икән.
Совет халҡы Тыуған илдән
Ҡыуҙы яуыз дошманды;
Бер туғандай, үтәнеләр
Изге Ватан ҡушҡанды.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың, Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Читайте нас: