Фестивалдә быйыл тәүге тапҡыр Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостан биләмәләре аша үткән VIII «Һөткә – юл!» автоуҙышында ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә. Уның составында – инвесторҙар. Уларға республика биләмәһендә эшләү мөмкинлеген күрһәтәсәктәр. Инвесторҙарҙы Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй һөт комбинаттары, шулай уҡ мегафермалар менән таныштырыу ниәтләнә.