Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Август 2019, 18:07

Өфөлә яңы парк барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә «МЕГА» сауҙа комплексы алдында үткән ҡала фестиваленә барҙы. Төбәк етәксеһе МЕГА Парк проекты менән танышты, ул 2020 йылда асылыр тип көтөлә, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Сауҙа комплексы эргәһендге 2,3 га майҙанда йәшел биләмә, яһалма күл һәм шарлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ балалар майҙансығы, скейт-парк, кафе һәм башҡа объекттар ҡаралған. Сауҙа комплексы идарасыһы Михаил Зверев әйтеүенсә, проект тулыһынса компания иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Инвестиция күләме – 318 млн һум. Ошондай уҡ парктар Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Ростов ҡалаларында асылған. Бынан тыш инвестор паркка тиклем юлды ла төҙөүҙө күҙаллай.
Төбәк етәксеһе башланғысты хупланы һәм республика, ҡала кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер тип белдерҙе.
Радий Хәбиров фестиваль ҡала фестивале майҙанын ҡараны, ҡала халҡы менән аралашты. Сара сиктәрендә Белоруссияның «Союз» төркөмө, Найк Борзов һәм Brazzaville Америка төркөмө сығыш яһай. Һуңғыһы башҡалала төҙөләсәк хосписҡа ярҙам маҡсатында иртәгә Өфөлә хәйриә концерты ҡуясаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: