Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Август 2019, 13:14

«Сәләм» сәләмләп ҡаршылаясаҡ

Аксаков ауылында вокзал яны майҙанын төҙөкләндерә башланылар

Аксаков ауыл советы ауыл хакимиәте заказы буйынса, «Заманса ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауылдың вокзал яны майҙанындағы «Сәләм» скверы төҙөкләндерелә. Объекттың подрядсыһы – «БелСтрой» йәмғиәте (етәксеһе Фидан Булатов), башҡарыласаҡ эштәр өсөн Сабирйән Үзбәков яуаплы.
Ниндәй эштәр башҡарыу күҙаллана? Аксаковтар, ҡунаҡтар яңыртыу тамамланғас, майҙанды ниндәй итеп күрәсәк?
Тәү сиратта, вокзал алдындағы соҡорҙар күмеләсәк (ер килтергәндәр инде) һәм газон үләне сәселәсәк; автобустар борола торған юлға асфальт түшәләсәк, бордюрҙар ҡуйыласаҡ, төрлө архитектур формалар урын аласаҡ, эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, туҡталыш яңыртыласаҡ. Кистәрен һәм төндәрен майҙанды матур лампалар яҡтыртасаҡ...
Муниципаль контракт 30 сентябргә үтәлер тип көтөлә.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас: