Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Август 2019, 17:19

Республика Хөкүмәтендә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр

Аҙна һайын уҙғарылыусы кәңәшмәне республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәрҙе. Унда Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин раҫлаған«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төбәктә нисек үтәлеше ҡаралды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин милли проектҡа 2019 йылға 5 млрд һум аҡса бүленде, шуның 2,5 миллиарды – федераль бюджеттан, тип хәбәр итте. 376 млн һумға 27 фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алынасаҡ, уларҙың яртыһы авария хәлендәге пункттарҙы алыштырасаҡ. Республиканың адреслы инвестициялар программаһы өҫтәмә рәүештә 2019-2020 йылдарҙа тағы 25 ФАП төҙөргә ниәтләй.
– Уҙғарылған торгтар бюджет аҡсаһын экономиялау мөмкинлеге бирҙе, шул аҡсаларҙы тағы биш ФАП һатып алыуға һәм уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә йүнәлттек, – тип һөйләне Максим Забелин.
Бөтәһе республикала 380 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртырға кәрәк.
– Тәү сиратта иң иҫке, шуға күрә эшләмәүсе ФАПтарҙы алыштырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Мин уҙған аҙнала булған Архангель районында һигеҙҙе яңыртырға кәрәк. Береһендә ҡышын температура 12 градустан күтәрелмәй. Фельдшер мейес эргәһендә ултыра!
Радий Хәбиров табиптар һәм медсестраларға ҡытлыҡты бөтөрөү барышы менән дә ҡыҙыҡһынды.
– «Һаулыҡ һаҡлау системаһындағы медицина ойошмаларын медицина кадрҙары менән тәьмин итеү» төбәк проекты буйынса табип кадрҙары йәһәтенән ыңғай баланс һаҡлана, – тип еткерҙе Министрлыҡ етәксеһе. – Август башына 240 өҫтәлде. Шул иҫәптән тиҙ ярҙам станцияһына 30 фельдшер эшкә урынлашты. Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Туймазыла ыңғай үҫеш күҙәтелә.
Радий Хәбиров Өфө табиптарынан һәм БДМУ уҡытыусыларынан торған күсмә медицина десанттарын Сибай тәжрибәһе буйынса республиканың иң проблемалы ҡала һәм райондарына ебәрергә ҡушты.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: