Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Август 2019, 12:41

Республикала һыбай килеш һәм ғәҙәти уҡтан атыу фестивале ойошторола

23-25 августа IV«Мәргән уҡсы» фестивале ойошторола. Уҙғарыу урыны – Ғафури районының Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая яланы, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Сара барышында Ғафури районы хакимиәте башлығы призына һыбай килеш уҡтан атыу турниры була. «Мәргән уҡсы» ғәҙәти уҡтан атыу ярышында республиканың иң мәргән 12 уҡсыһын асыҡлайҙар. Улар йыл дауамында ғәҙәти уҡтан атыу буйынса төбәк һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа республика исеменән сығыш яһарға тейеш. «Евразия кубогы» 25 авгусҡа билдәләнгән.
«Быйыл 107 уҡсы ҡатнашырға теләк белдергән, улар араһында Төркиә, Литва, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәре – Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Мәскәү, Ҡазан, Дағстан, Башҡортостан ҡалалары вәкилдәре бар», – тип хәбәр итте ойоштороусыларҙың береһе Гөлгөнә Баймырҙина.
Фестиваль майҙансыҡтарында ғәҙәти уҡтан атыу, башҡорт милли ризыҡтарын әҙерләү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары эштәренең күргәҙмәһе була.
Сара дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә ул республикала ла, унан ситтә лә популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Фестивалде ҡарарға, ғәҙәттә, күрше илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән киләләр. Бындай этнофестивалдәр ваҡиғалар туризмы саралары календарын байыта һәм Рәсәй туризмының абруйын күтәрә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: