Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Август 2019, 12:22

Туҙлыҡуштың оло байрамы

Ошо көндәрҙә Бәләбәй районының Туҙлыҡуш ауылы үҙенең күркәм юбилейын – нигеҙ һалыныуына 275 йыллығын билдәләне.

Тантананы Хәтер ташы асыуҙан башланылар. Был изге эште башҡарып сығыуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ауыл тарихсыһы Рима Исхаҡова ауылдаштарына ҙур рәхмәт еткерҙе. Рәсимә Фазлетдинова Бөйөк Ватан һуғышында ҡорбан булған ауылдаштар рухына бағышлап Ҡөрьәндән сүрәләр уҡып ишеттерҙе.
Унан сара элекке мәктәп бинаһында дауам итте. Ҡунаҡтар ауылдан сыҡҡан атаҡлы шәхестәргә бағышланған бай музей менән таныштылар. Тантанала яҙыусы Камил Фазлый, филология фәндәре кандидаты Илдар Фазлетдинов, Рима Исхаҡова, ауыл ветерандары, илдең төрлө төбәктәренән ҡайтҡан ҡунаҡтар ҡыҙыҡлы вә фәһемле итеп сығыш яһанылар. Сара ауылдың үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары һәм «Урал-батыр» милли-мәҙәни үҙәге артистарының сығыштары менән тамамланды.
Барлыҡ тамашасылар бындай ҙур сара ойошторған өсөн Лена Юлаеваға һәм Туҙлыҡуш ауыл советы ауыл хакмиәте башлығы Ләлә Харисоваға ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: