Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Август 2019, 18:43

Иҡтисадта үҫеш күҙәтелә

2019 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһалды.

Түбәндәге өлкәләрҙә үҫеш күҙәтелә: торлаҡ төҙөлөшө 13, 4 процентҡа артҡан. Сауҙала ла хәлдәр яҡшырған – үҫеш 3,2 процент. Һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр ауыл хужалығында ла 100 процент кимәленә сығылған. “Инвестсәғәттәр” республикаға 130 млрд һум инвестициялар һәм 13 мең яңы эш урындары килтергән. БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итә.
Социаль өлкәлә һөт кухнялары системаһы тергеҙелә; яман шеште иртә асыҡлаған өсөн табиптар премия ала башлай; мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу индерелә.
Кире яҡтарға тыуымдың кәмеүен, сирҙәрҙән үлеү һәм юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу күрһәткестәренең артыуын индерергә мөмкин.
– 2019 йылдың беренсе ярты йыллығы һөҙөмтәләрен насар түгел, тип иҫәпләйек, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шулай ҙа ҡайҙа үҫергә һәм нимәне төҙәтергә бар әле. Эш темпын кәметмәгеҙ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: