Быйыл фестивалдең географияһы киңерәк: Рәсәйҙең 12 субъектынан, 15 яҡын һәм алыҫ сит илдән 48 фильм күрһәтелә. Ойоштороу комитетына йәмғеһе илдең 34 төбәгенән һәм 28 дәүләттән ғаризалар ҡабул ителде. Фестиваль тәүге тапҡыр континент-ара кимәлгә сыҡты: Непалдан, Ирандан, Һиндостандан, Индонезиянан, Литванан, Франциянан, Польшанан, Молдавиянан һәм донъяның башҡа мөйөштәренән ҡатнашыусылар килә.
Өфө тамашасыһы «Оскар» премияһына ике дәғүәсенең, төрлө кинофорум еңеүселәренең эштәрен, шулай уҡ Рәсәй премьераларын ҡарай ала. Абруйлы ҡунаҡтар араһында — «Бөйөк быуат» сериалы актеры Сәлим Байраҡтар.
Конкурс фиьмдарын күрһәтеү менән бер рәттән оҫталыҡ дәрестәре, ижади осрашыуҙар, фекер алышыу майҙансыҡтары һәм ижади коллективтарҙың сығыштары ойошторола. Йәш кино һөйөүселәрҙең шәп мөмкинлеге бар: фестиваль барышында Польша кинорежиссеры Кшиштоф Занусси менән осрашыу уҙғарыу күҙаллана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне