– Спартакиада йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара.Ул ҙур ҡалаларҙы ғына түгел, алыҫ төбәктәрҙәге ауыл-ҡасабаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һайлап алыу турҙарында ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға артты, – тип билдәләне Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, бөгөн Өфөгә Сахалин өлкәһе, Ненец автономлы округы, Тула өлкәһе, Байкал аръяғы крайы, Ханты-Манси автономлы округы командалары килгән. Башҡортостандан спартакиадала һигеҙ спортсы сығыш яһай.
Алтынсы Пенсионерҙар спартакиадаһын асыу тантанаһы 24 августа «Динамо» стадионында уҙа. Киске 7-лә башлана. Байрамда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, флаг йөрөтөүселәр, парашютсылар сығыш яһай, сара фейерверк менән тамамлана. Ярыштарҙы ҡарау бушлай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне