Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Август 2019, 19:18

Аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙәге уҡыусыларға ниндәй льготалар ҡаралған?

Башҡортостан ҡануниәтендә уҡыусылар тәрбиәләнгән күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн льготалар ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, беренсенән, ата-әсә мәктәп формаһын һатып алыуға киткән сығым өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Был льгота менән ике йылға бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Икенсенән, уҡыусылар мәктәп ашханаһында бушлай туҡлана ала. Тағы бер сара беренселәргә ҡағыла: уҡыу йылы башланыр алдынан уларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы, шул иҫәптән артмаҡлы сумка бирелә.
Льгота 18 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән, йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған ғаиләләргә бирелә. Льгота алыу өсөн бала уҡыған мәктәпкә бөтә тейешле документтарҙы килтерергә кәрәк.
Льготалар биреүҙең тулы механизмы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 1 апрелендәге Ҡарарында яҙылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: