7 сентябрҙә уҙасаҡ байрамда бал йәрминкәһе эшләй, балды тәмләп ҡарау ойошторола. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән умартасыларҙың ҡатнашыуы күҙаллана, уларҙан бал ҡорто тотоу буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.
Бал ҡорто туйында ялан кухняһы эшләй, үҙешмәкәр артистар концерт менән сығыш яһай.
Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.