XXIX театр миҙгелендә коллектив Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса спектакль тәҡдим итә. Инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева. Премьера өҫтөндә театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев эшләй. «Ауыл адвокаттары» спектакле Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.