Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Август 2019, 11:53

Бәләбәй, алға!

Хәҙер беҙҙә лә транспортта осһоҙораҡ хаҡҡа йөрөп була.

«Алға» транспорт картаһы буйынса быйыл республикала миллион ярым сәфәр ҡылынған.
Берҙәм транспорт картаһынан хәҙер Бәләбәйҙә, Мәләүез, Күмертау, Туймазы, Октябрьский һәм Баймаҡта йәмәғәт транспортында файҙаланырға мөмкин.
Бөгөнгә 56,5 мең карта һатылған да инде.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы»ның теләһә ҡайһы бүлексәһендә һатып алырға һәм уға аҡса һалырға була. Шулай уҡ Һаҡлыҡ банкы һәм УралСиб ҡушымтаһының мобиль онлайны аша ла картаға аҡса һалырға мөмкин.
Читайте нас: