Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Август 2019, 12:01

Бәләбәй автопаркына яңы автобустар өҫтәлде

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, «Башавтотранс» предприятиеһы автопаркы яңы, заманса, хәүефһеҙ автобустар менән тулылана, улар республиканың төрлө райондары менән транспорт бәйләнешен тергеҙә.

Август айында Бәләбәй автотранспорт предприятиеһы ҡала-ара маршруттарын хеҙмәтләндерергә тәғәйенләнгән «Форд Транзит» маркалы туғыҙ автобус алды. Уларҙы тәжрибәле, ышаныслы водителдәргә йөрөтөргә биргәндәр.
Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, яңы автобустар Бәләбәй – Октябрьский, Бәләбәй – Йәрмәкәй, Бәләбәй – Бишбуләк, Бәләбәй – Өфө, Приют – Стәрлетамаҡ, Приют – Өфө, Приют – Октябрьский маршруттарында файҙаланыласаҡ. Ҡала-ара автобустары водителдәренең тышҡы ҡиәфәте дресс-кодҡа тура килә: улар эшкә аҡ күлдәк, ҡара салбар, ботинка кейә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илья Букарев фотоһы
Читайте нас: