Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Август 2019, 16:45

Башҡортостанда солоҡ умартасылығы музейын булдырырға ниәтләйҙәр

Башҡортостанда солоҡ умартасылығы музейын булдырырға ниәтләйҙәр. Уны 2021 йылда Өфөлә үтергә тейешле 47-се «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерләнеү барышында төҙөү күҙаллана.

Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, «Архтамға» эксперт-проект бюроһы музейҙың проектын әҙерләгән. Архитекторҙар музейҙы яҫы түбәле ҡырағай бал ҡорто солоғо итеп күҙ алдына килтерә.
Бинаның тышҡы яғын кәрәҙ рәүешендә эшләү күҙаллана. Туристар музей буйлап бормалы баҫҡыстан йөрөй.
Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин да музейҙың архитектура йәһәтенән үҙенсәлекле булыуын билдәләй.
«Кеше бал ҡорто кеүек бәләкәйләнә һәм солоҡ эсендә йөрөгәндә әлеге көндә Башҡортостанда ғына һаҡланып ҡалған умартасылыҡтың боронғо төрө менән таныша. Проектты, һис шикһеҙ, тормошҡа ашырырға кәрәк», – тип иҫәпләй ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: