Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Август 2019, 17:06

Резиденттар артты

Рәсәй Федерацияһы Иҡтисади үҫеш министрлығы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына 2019 йылдың 27 авгусында яңы өс резидент индерҙе. Улар эшмәкәрлектәрен «Бәләбәй» моноҡалаһында йәйелдерергә ниәтләй.

Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтындағы мәғлүмәт буйынса, «Башпеностекло» компанияһы йәмғиәте моноҡалала күҙәнәкле быяла етештермәксе. Проекттың дөйөм дәүмәле 270 млн һум. 32 яңы эш урыны асыласаҡ.
«Стройинвест» предприятиеһы йәмғиәте металл конструкциялар сығарырға уйлай. Проектты тормошҡа ашырыуға 7,7 млн һум аҡса йәлеп ителәсәк һәм 82 эш урыны булдырыласаҡ.
Өсөнсө резидент – «Беҙҙең икмәк» йәмғиәте –икмәк, ондан кондитер изделиелары, оҙаҡ һаҡланмай торған торттар һәм бөйөрөктәр бешерергә ниәтләй. Инвестициялар күләме – 5,2 млн һум, 82 эш урыны булдырыу күҙаллана.
«БХ» белешмәһе
Резиденттар исемлегендә Башҡортостандан барлығы 26 инвестор теркәлгән, шул иҫәптән Бәләбәйҙә – 12, Күмертауҙа – 12 һәм Нефтекамала – 2.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Башкортостан#Белебей#ТОСЭР
Читайте нас: