Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Август 2019, 15:58

Фәтих Кәрим беҙҙең күңелдәрҙә

Бишбүләк районының Айыт ауылында яугир-шағир Фәтих Кәримдең яңыртылған музейын асыу тантанаһы уҙҙы. Сараға бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылғайны.

Әҙиптең ҡыҙы Ләйлә ханым Кәримованың сығышы бар халыҡты тетрәндерҙе. Ул атаһы тураһында бик үҙенсәлекле итеп һөйләне. Сығыш яһаусылар араһында Башҡортостандың һәм Татарстан Хөкүмәттәре премьер-министрҙары урынбаҫарҙары Ленара Иванова һәм Вәсил Шәхрәзиев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, Башҡортостан һәм Татарстан Яҙыусылар берләшмәләре рәйестәре Зәки Әлибаев һәм Данил Сәлихов бар инеләр.
Ҡунаҡтар һәм ауыл халҡы яңыртылған музей экспонаттары менән танышты, әҙиптең һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантананың икенсе өлөшө – патриот-шағир Фәтих Кәримдең тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған кисә – Бишбүләк ауылының Мәҙәниәт һарайында дауам итте. Иң башта ҡунаҡтар район тураһында фильм ҡараны. Унан күренекле шағир тураһында ялҡынлы сығыштар яһалды. Иң лайыҡлыларға Фәтих Кәрим исемендәге премиялар тапшырылды. Башҡортостан һәм Татарстан сәнғәт оҫталарының сығыштары кисәгә йәм өҫтәне.
Күренекле әҙип һаман беҙҙең күңелдәрҙә. Киләсәктә лә Фәтих Кәрим ижады беҙҙең күңелдәргә нур өҫтәр.
Ғабдулла Вафин мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: