Бөтә яңылыҡтар
Туризм
29 Август 2019, 14:49

Район аҡһаҡалдары менән осрашыу уҙҙы

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев ҡала һәм район ветерандары менән осрашты.

Муниципалитет етәксеһе райондың социаль-иҡтисади хәле, йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау, биләмәләрҙе төҙөкләндереү йәһәтенән ниндәй федераль һәм төбәк программаларында ҡатнашыуыбыҙ, уларҙың һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҡала һәм район биләмәләрендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләне, һорауҙар бирҙе, эшлекле тәҡдимдәр индерҙе.
Азат Альверт улы бөтә муниципаль сараларҙа ҡатнашҡан, үҫмер быуынды тәрбиәләгән, аҡыллы кәңәштәре өсөн ветерандарға рәхмәт белдерҙе, уларға һаулыҡ, артабан да актив гражданлыҡ позицияһы теләне, тип хәбәр итә хакимиәттең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: