Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Август 2019, 13:00

112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре тураһында материалдар менән бүлешергә саҡыралар

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ акцияһы уҙғарыла.

Акция ваҡытында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре хаҡында биографик мәғлүмәттәрҙең тулы исемлеген йыйыу күҙ уңында тотола. Республикала йәшәүселәрҙе музей, мәктәп, ғаилә архивтарында һаҡланған мәғлүмәт менән бүлешергә саҡыралар, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
«Проект Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре – шайморатовсылар тураһында хәтерҙе мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Дивизияның тәүге яугирҙәренең биографик мәғлүмәттәрен йыйыу, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү эше алып барылмаған, дивизияның беренсе 3823 яугире исемлеге һаманғаса юҡ», – тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.
Йыйылған материалдар буйынса «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре» биографик белешмәһен баҫтырып сығарыу күҙаллана. Проект барышында шулай уҡ Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә уларҙың тыуған яғында – мәктәптәрҙә, музейҙарҙа мемориаль таҡтаташтар, стендтар ҡуйыла, Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән телекүперҙәр, телерадиомарафондар ойошторола.
Шулай уҡ республика буйлап авто- һәм ат ярышы, өҫтәүенә 9 майҙа «Үлемһеҙ полк» акцияһында Башҡорт атлы дивизияһы вариҫтарының айырым отрядын йыйыу күҙаллана.
Анкеталар «Бәйләнештә» һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында урынлаштырылған. Тултырылған анкеталарҙы [email protected] электрон адресына йәки почта аша ебәрергә кәрәк: 450015, Өфө, Революция урамы, 43, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы («Шайморатовсылар» акцияһы).
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: