Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Сентябрь 2019, 18:04

Бөгөн уҡыусылар Һәм уҡытыусылар яңы уҡыу йылының башланыуын билдәләй

Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә яңы уҡыу йылының башланыуына арналған тантаналы линейкалар уҙа.

Бәләбәй муниципаль районында быйыл 1200 бала беренсе класҡа уҡырға бара. 420 уҡыусы өсөн быйылғы уҡыу йылы һуңғыһы буласаҡ.
Республика уҡыусыларын мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ҡотланы.
«Балалар, ошо матур көн яңы белем алырға, ҙур һәм бәләкәй асыштар яһарға илһамландырһын, ә алған һабаҡтарығыҙ тормошта һеҙгә мотлаҡ кәрәк булыр. Үҙегеҙҙең ҡыйыу уй-теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырырһығыҙ, ә уҡытыусыларығыҙ һәм ата-әсәләрегеҙ һеҙҙең менән ғорурланыр тип ышанам», – тиелә ведомствоның рәсми сайтындағы белдереүҙә.
Уҡытыусыларға мөрәжәғәт итеп, министр вазифаһын башҡарыусы былай тине:
«Беҙҙең мәғариф системаһындағы иң яҡшы традицияларҙың һаҡланыуында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур. Балаларыбыҙ сифатлы, барлыҡ заманса стандарттарға яуап биргән белем алһын өсөн бай тәжрибәгеҙҙе бирәһегеҙ. Һеҙгә һүнмәҫ дәрт, яңы идеялар һәм юғары үрҙәр теләйем!», – тип яҙҙы ул.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фотола: приюттар Миша һәм Саша әсәләре Ирина Качалова менән яңы уҡыу йылына әҙерләнгәндәр
Читайте нас: