Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Сентябрь 2019, 18:01

Башҡортостанда «Янғантау» ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде

Башҡортостандың Салауат районында урынлашҡан «Янғантау» геопаркы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә индерелде. Ҡарар Индонезияла Гили Траванган утрауында уҙған Совет ултырышында ҡабул ителде.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров геопарк ойоштороуҙа һәм уны халыҡ-ара кимәлдә үҫтереүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһен дә ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе әлеге ваҡытта республика биләмәһендә тағы бер геопарк – «Торатау» – булдырыу эшен дауам итеүҙәрен әйтте, тиеп хәбәр итә Башинформ.
«Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһы ла 3-6 сентябрҙә Индонезияла алтынсы Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәре симпозиумында уҙа.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: