Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Сентябрь 2019, 12:45

«Башҡортостандың 100 хозур ере»

Социаль селтәрҙәрҙә ошондай флешмоб иғлан ителде. Ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелә.

Флешмобта ҡатнашыусыларға тыуған яҡтын билдәле һәм иҫтәлекле урындарын фотоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә махсус билдә – #100дивных местБашкортостана тигән хештэг менән һалырға кәрәк. «Башҡортостандың 100 хозур ере» флешмобында профессиональ фото төшөрөүселәр һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. Акция һөҙөмтәләре октябрь башында иғлан ителә.
Читайте нас: