Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Сентябрь 2019, 15:02

Түңәрәктәргә һәм секцияларға түләү өсөн уҡыусы сертификаттарын тапшырыу башлана

Быйылғы уҡыу йылынан республиканың 36 муниципалитетында өҫтәмә белем биреү буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыу башлана. Һәр бала дәүләттән бүленгән аҡса иҫәбенә, мәктәптән тыш, өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә, тип хәбәр итә Башинформ.

Уҡыу йылына сертификаттың уртаса дәүмәле 8 800 һум була. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһендәге сығышында аҡсаны икенсе маҡсатҡа тотонорға һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярамағанын билдәләне. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, шәхси ойошмалар – өҫтәмә белем биреү навигаторы каталогында урынлаштырылған барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар ҙа финанслау программаһында ҡатнаша.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге начальнигы Вәсилә Абдрахманова һүҙҙәренсә, был сертификаттар электрон төрҙә бирелә һәм уларҙың барыһында ла исем-шәриф күрһәтелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сертификатты «Өҫтәмә белем биреү навигаторы» сайтындағы исемлектә булған түңәрәктәр һәм секциялар өсөн түләргә генә тотонорға була.
Ниндәй программаны финанслауҙы – сертификат аҡсаһы иҫәбенә түләргә кәрәклеген ата-әсәләр үҙҙәре һайлай. Бала сертификат аҡсаһы менән бер нисә программа буйынса шөғөлләнә ала. Ләкин иҫәптә сумма сикле. Муниципалитеттарҙың ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар, һәләтле уҡыусылар өсөн сертификаттағы сумманы арттырыу мөмкинлеге бар.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: