Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Сентябрь 2019, 15:29

«Тыныслыҡ ағасы»

Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө һәм Беслан фажиғәһенең 15 йыллығы сиктәрендә 2-се биләмә китапханаһында «Тыныслыҡ ағасы» акцияһы ойошторолдо.

Акцияның маҡсаты – хәҙерге заман проблемаһы булған терроризмға иғтибар йүнәлтеү. Акцияла ҡатнашыусы китапханаға йөрөүселәргә һәм урамдан үтеп барыусыларға террорға ҡаршы протест йөҙөнән китапхана алдында үҫкән шыршыға ҡағыҙҙан эшләнгән төрлө төҫлө торналар элергә тәҡдим иттеләр.
Шулай уҡ китапхана холында «Бесландың ҡайғылы сентябре» фильмын ҡарап, көн оҙонона 2004 йылдың фажиғәле ваҡиғаларын иҫкә алдылар һәм уның тураһында әңгәмәләштеләр.
Светлана Трофимова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: