Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Сентябрь 2019, 13:11

Ҡасаба көнөндә – бүләктәр һәм йырҙар

Байрамса биҙәлгән майҙан, шат балалар, матур итеп кейенгән ололар. Йылда уҙғарылған тантананы – Ҡасаба көнөн – приюттар яҡшы кәйеф менән ҡаршыланы.

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев ҡасаба халҡына ҡотлау менән мөрәжәғәт итте:
– Нисек кенә төрлө булһаҡ та, яҙмыштарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, беҙҙең бөтәбеҙҙе дөйөм йортобоҙға һөйөү, уның тормошонда ҡатнашыу, традицияларын дауам итеү берләштерә. Бында эшһөйәр, һиҙгер күңелле кешеләр йәшәй, юғары белемле белгестәр эшләй, татыу хеҙмәт коллективтары, нефтселәрҙең, газсыларҙың, табиптар һәм уҡытыусыларҙың ғаилә династиялары тупланған. Был тырыш хеҙмәттәре менән ҡасаба үҫешенә тос өлөш индергән ветерандарҙың, бөгөн Приют еренең данын арттырған кешеләрҙең байрамы.
Артабан Азат Альверт улы хеҙмәт ветераны Лилия Лапшоваға, Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Ольга Бузаеваға, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Фәһим Ғатауллинға, Татьяна Дубовикка, Роза Хәсәноваға, Бөтә Рәсәй һәм республика йыр ижады конкурстары лауреаты Гөлнара Полищукка Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан сығарылған юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Ғөмүмән, был көндә ҡотлауҙар, бүләктәр бик күп булды.
Приюттарҙы Ҡасаба көнө менән шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов ҡотланы. Концерт программаһын Өфөнән килгән ижади төркөм һәм «Йәштәр бейей» дискотекаһы дауам иттерҙе.
Гөлнара Мурзина мәҡәләһе буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Гөлнара Мурзина фотолары
Читайте нас: