Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр. Өҫтәүенә Башҡортостандан ситтә лә. Сөнки һуңғы ваҡытта республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.