Театр алдындағы майҙанда флешмоб ойошторола, тамаша ҡарарға була.
«Бер быуатлыҡ театрҙың яңы миҙгелдә һәр көнө билдәле. Ижади сәфәрҙәр, гастролдәр һәм төрлө фестивалдәрҙә ҡатнашабыҙ», – ти театр директоры Иршат Фәйзуллин.
Октябрҙә театр бинаһы ремонтҡа ябыла. Артистар башҡа майҙандарҙа сығыш яһаясаҡ. Театрҙың 100-сө ижад миҙгеле «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән башлана.
Бөгөн театр коллективы СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури һәм Мостай Кәрим һәйкәлдәренә сәскәләр һала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне