Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Сентябрь 2019, 13:34

Иң йырсы ауыл ҡайһы районда?

Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» ижади конкурсы ойошторола. Ул октябрь айында башлана һәм бер йыл дауам итә.

Ярышта үҙешмәкәр коллективтар: халыҡ, фольклор, эстрада, ғаилә ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән, тип хәбәр итә Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Сара өс этапта ойошторола. Беренсе этап – һайлап алыу (2019 йылдың октябре-декабре) –республика ауылдарында конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).
Икенсе этап – район (2020 йылдың февраль-майы)– беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).
Өсөнсө этап – республика (2020 йылдың октябре) – икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы ҡарау (конкурсҡа 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә).
Өфөлә уҙасаҡ гала-концертта иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.
Конкурс тураһында тулы мәғлүмәт Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында урынлаштырылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: