Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Сентябрь 2019, 13:38

Һорауҙарҙың күпселеге Радий Хәбировҡа бирелде

Кисә республика тарихында тәүге тапҡыр «Антидебаттар» сәйәси тапшырыуында Башҡортостан Башлығы вазифаһына барлыҡ кандидаттар тура эфирҙа бер майҙансыҡта осрашты.

Радий Хәбиров – «Берҙәм Рәсәй» партияһынан, Юрий Игнатьев – «Ғәҙел Рәсәй»ҙән, Зөлфиә Ғайсина – «Яблоко» партияһынан, Иван Сухарев – ЛДПР-ҙан, Юнир Ҡотлоғужин – КПРФ-тан, Владимир Кобзев – «Рәсәй пенсионерҙары ғәҙеллек өсөн партияһы»нан, Владимир Барабаш – «Гражданлыҡ көсө»нән, Рәфис Ҡадиров – «Рәсәй патриоттары» партияһынан. Эфир бер сәғәт дауам итте.
«Антидебаттар» башланғас та алып барыусы «Тапшырыуға ниңә килергә ризалаштығыҙ?» тигән тәүге һорауҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа бирҙе.
«Халыҡ менән шаярырға ярамай. Ниндәй ниәт-маҡсаттар менән йәшәүемде, республика үҫешен нисек күҙаллауымды һайлаусылар менән уртаҡлашырға теләйем», – тип яуапланы төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 8 сентябрҙән – Берҙәм тауыш биреү көнөнән һуң юлдарҙың сифаты, әсәләргә ярҙам, фәҡирлек мәсьәләләре менән шөғөлләнергә теләр ине.
КПРФ партияһы тәҡдим иткән иң өлкән кандидат Юнир Ҡотлоғужин: «Беҙ тапшырыуҙы Конституцияны боҙоуҙан башланыҡ. 8 сентябрҙән һуң бындай хәлгә кәртә ҡуйырға кәрәк», – тине һәм һайлаусыларҙы һайлау участкаларына саҡырҙы.
«Килемдең, эш хаҡының, пенсияның түбән булыуына ҡарамаҫтан, 8 сентябрҙә һайлауға килергә, үҙегеҙ менән дуҫтарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы алып килергә һәм барыһының да алдан хәл ителеүенә ышанмаҫҡа саҡырам», – тине Иван Сухарев.
ЛДПР партияһынан кандидат сәйәси этика һаҡларға кәрәклеген билдәләне һәм һәр кемдең еңеп сығырға мөмкинлеге булыуын белдерҙе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: