Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Сентябрь 2019, 16:42

Көндөҙгө 12-гә һайлаусыларҙың 25,07 % тауыш бирҙе

Башҡортостанда көндөҙгө 12-гә республика башлығын һайлауҙа халыҡтың 25,07% тауыш бирҙе. Был хаҡта брифингта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе.

Былтыр Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа был ваҡытҡа һайлаусыларҙың – 17,3 %, ә 2014 йылда Башҡортостан Башлығын һайлауҙа 24,2 % тауыш биргәйне, тип билдәләне ул. Балтас, Борай, Миәкә райондарында халыҡ әүҙем ҡатнаша.
«Бөгөн тупаҫ хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ, бөтә мәсьәләләр урында хәл ителә, бөгөн республикала 37 меңдән ашыу һайлаусы тәүге тапҡыр тауыш бирә»,– тине Марина Долматова.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: