«Бөгөн – Башҡортостан өсөн яуаплы көн, беҙ һайлау кампанияһын ойоштороу буйынса ҙур эш башҡарҙыҡ. Республика башлығын һайлауҙан тыш, бөгөн халыҡ 7 меңдән ашыу урындағы совет депутатын һайлай. Беҙ һайлау кампанияһын асыҡ, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы үткәреү бурысын ҡуйғайныҡ, минеңсә, беҙ шуға өлгәштек. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен бөгөн төндә үк белербеҙ», – тине Радий Хәбиров.