Халыҡ ағымы икһеҙ-сикһеҙ даръяны хәтерләтте. Бында йәше лә, ҡарты ла, тотош ғаиләләре менән ҡушылыусылар ҙа булды. Күптәр махсус рәүештә хәрби костюмдар тектергән. Сит өлкәләрҙән килеүселәр ҙә бихисап.
Флешмоб тамам, әммә Шайморатов генералдың исеме халыҡ хәтерендә, ул үҙенең бөйөк улын, батыр яугирҙы онотмай. Генерал төрлө замандарҙа ла тыуған илгә һөйөү, ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып ҡалыр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне