Азат Альверт улы социаль-иҡтисади хәл, райондың үҫеш перспективалары тураһында һөйләне. Ул мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең муниципалитет ҡаҙаныштарына индергән тос өлөшөн билдәләне, шулай уҡ дөйөм алғанда – район үҫеше, атап әйткәндә – мәҙәниәт өлкәһе үҫеше хаҡына хәл итәһе мәсьәләләрҙе атаны.