Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Сентябрь 2019, 13:40

Радий Хәбиров алда бара

Бюллетендәрҙең 90,71% эшкәрткәндән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың алда барыуы билдәле булды.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, республика етәксеһе һайлаусыларҙың 81,97% тауышын йыйған.
Икенсе урында — КПРФ-тан төбәк башлығы вазифаһына кандидат Юнир Ҡотлоғужин. Коммунист 6,87% йыя. Артабан ЛДПР-ҙан ҡатнашыусы Иван Сухарев (4,62%), «Яблоко» партияһынан Зөлфиә Ғайсина (1,51%), «Ғәҙел Рәсәй»ҙән Юрий Игнатьев (1,23%), «Рәсәй патриоттары»нан Рәфис Ҡадиров (1,1%), «Граждандар көсө»нән Владимир Барабаш (0,97%) һәм «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы»нан Владимир Кобзев (0,82%) килә.
***
Беҙҙең муниципаль районда 49 625 һайлаусы – теркәлгән бөтә һайлаусыларҙың 70, 83 проценты – үҙҙәренең гражданлыҡ хоҡуғынан файҙаланды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: