Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Сентябрь 2019, 14:25

Бал ҡорто туйы дуҫтарҙы йыйҙы

Мәтәүбаш ауылы эргәһендәге матур аҡланда бал алыу миҙгеле тамамланыуын символлаштырыусы байрам уҙҙы.

Бал ҡорто туйына Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән: Татарстандан, Сыуашстандан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә умартасылар килде. Балдар конкурсында Ырымбур умартасылары призлы урындар алды. Ҡараһыу төҫлө балдар араһында Вадим Хөснөтдиновтыҡы иң тәмле, сифатлыһы тип табылһа, асыҡ төҫлөләрендә Вячеслав Баҡыевтыҡы еңде.
Байрамды ойоштороусыларҙың береһе Марат Зәйруллин саранан алған тәъҫораттары менән бүлеште:
– Бал ҡорто туйында умартасылыҡ эстафетаһы ҡыҙыҡлы үтте, бал һатып алыусылар ҙа байтаҡ булды. Байрамға килгән ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Бал ҡорто туйы Бәләбәй еренең үҙенсәлекле брендына әүерелде. Йылдан-йыл унда ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: