Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Сентябрь 2019, 14:32

«Рус Швейцарияһы» комплексы төҙөләсәк

Республика йортонда Инвестициялар комитетының «Инвестсәғәт» форматындағы сираттағы ултырышында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында проекттарҙы тормошҡа ашырыу перспективалары ҡаралды.

«Северная Нива Башкирия» йәмғиәтенең башҡарма директоры Петр Дубянский Бәләбәй районында һөт етештереү йүнәлешендәге 3550 һыйырға һәм йәш мал урсетеү майҙансығына иҫәпләнгән «Рус Швейцарияһы» малсылыҡ комплексы төҙөү проектын тәҡдим итте. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 3, 97 млрд һум тәшкил итәсәк һәм 130 яңы эш урыны булдырыласаҡ, тип хәбәр ителә БР Хөкүмәте сайтында.
Бөгөнгә районда инженер-геодезик эҙләнеүҙәр уҙғарылған, төҙөлөш өсөн ер һатып алыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Вице-премьер- республиканың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, инвесторҙар менән Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары биләмәһендә тағы бер нисә проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ҡарала. Улар буйынса ҡарар, ағымдағы пландарҙы үтәгәс, ҡабул ителәсәк.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров БР Ер мөнәсәбәттәре министрлығына ер мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итергә ҡушты. Бынан тыш, компанияның ғәмәлдәге ауыл хужалығын үҫтереү программалары сиктәрендә мал һәм ҡорамалдар һатып алыуға тотонған сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ.
#Башкортостан#Инвестчас#Белебеевскийрайон#РусскаяШвейцария#развитиеАПК
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: