«Беҙ республиканың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһын билдәләйәсәк документ әҙерләйбеҙ. Был – етди документ. Уны хөкүмәт аппараты әҙерләй. 19 сентябрҙә республика Башлығы вазифаһын башҡара башлауға бәйле барлыҡ сараларҙы ла үткәрәбеҙ. Шул ваҡытта мин уның менән таныштырырмын. Унда хөкүмәткә лә, муниципалитет башлыҡтарына ла йөкләмәләр була. Был – беҙҙең үҫеш документы», – тине Радий Хәбиров.