«Флешмоб башҡортса бейергә өйрәтеү һәм уны йәштәр араһында популярлаштырыу өсөн уҙғарыла. 9 октябргә тиклем бер бейеүҙе, бер нисә фрагментты өйрәнербеҙ һәм уны күмәкләп Матросов исемендәге паркта башҡарырбыҙ», – тип һөйләне коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Акцияны башлап ебәреү өсөн артистар «7Медиа» студияһы ярҙамында Арт-Квадратта ролик яҙҙырған.
«Был экспромт рәүешендә булды, артистар беренсегә ишеткән көйгә төрлө хәрәкәттәр яһап бейене»,– тине хореограф-репетитор Марат Кәримов.
Ғәскәров ансамбле флешмобында юбилей гастроль туры уңайынан матбуғат конференцияһына йыйылған урындағы киң мәғлүмәт саралары журналистары ла ҡатнашты.
Яңылыҡты Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне