Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Сентябрь 2019, 12:08

Тәүге цех декабрҙә асыласаҡ

Бәләбәй районында киләсәктә йомортҡа алыу йүнәлешендәге ҙур ҡош-ҡорт фабрикаһы асыласаҡ.

«Линда» агрофирмаһы» йәмғиәте былтыр Анновка ауыл советы биләмәһендәге элекке Сағанлы һөтсөлөк комплексының буш торған корпустарын һатып алды.
«БХ» хәбәрсеһенә предприятие етәксеһе Данил Фәрхетдинов һөйләүенсә, иң башта комплекс биләмәһен ҡарағуранан таҙартҡандар, ҡоймаһын нығытҡандар, видеокүҙәтеү ҡуйғандар, штатҡа өс ҡарауылсы алғандар. Быйыл декабрҙә бында герман нәҫелле 50 мең баш себеш аҫрауға иҫәпләнгән тәүге цехты эшләтеп ебәрәсәктәр. Яңыртылған корпуста ремонт эштәре тамамлана.
Сентябрь уртаһында Ижевскиҙың «Рич-Агро» компанияһы белгестәре технологик ҡорамалды йыя башлаясаҡ. Ремонт эштәрен башҡарыуға һәм ҡул хеҙмәтен мөмкин тиклем аҙыраҡ файҙаланыу мөмкинлеге биргән яңы ҡорамалдарҙы һатып алыуға эшҡыуар үҙ аҡсаһын тотонған һәм кредит алған.
Өс йылда агрофирма 120 мең йомортҡа һалыусы тауыҡ аҫраласаҡ өс корпус эшләтергә һәм йылына 35 млн йомортка алырлыҡ тауыҡ фермаһы булдырырға ниәтләй. Яңы производство 30 яңы эш урыны бирәсәк. Анновка һәм Сағанлы ауылдарында бында эшкә урынлашырға теләк белдереүселәр бар. Яңы хеҙмәткәрҙәрҙе «Линда» агрофирмаһының Баженовтағы корпустарында эшләүселәр эшкә өйрәтәсәк.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илья Букарев фотолары
#Башкортостан#Белебеевскийрайон#агрофирма«Линда»#открытиептицефабрики
Читайте нас: