10 сентябрҙә Мәскәүҙә һанлы һайлау участкаларында тауыш биреү һөҙөмтәләре «Һайлау» дәүләт автоматлаштырылған системаһына индерелде һәм республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары йомғаҡлау протоколына ҡул ҡуйҙы.
Комиссия рәйесе Илона Макаренко һайлауҙа, 82,02 % тауыш йыйып, Радий Хәбировтың еңеп сығыуын билдәләне. 19 сентябрҙә уға Башҡортостан Башлығы танытмаһы тапшырыла.
Икенсе урында – 6,89 % тауыш менән КПРФ кандидаты Юнир Ҡотлоғужин, өсөнсөлә – ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,53 %). Ҡалған биш кандидат ике проценттан кәмерәк тауыш йыйҙы.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне