Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Сентябрь 2019, 17:37

Хеҙмәт министрлығы 2020 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен билдәләне

Хеҙмәт министрлығы хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен билдәләне. 2020 йылда ул 12 130 һум тәшкил итә, тип яҙа «Российская газета» министрлыҡтың закон проектына һылтанма менән.

12 сентябрҙә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһының эш төркөмө ултырышында ошо документты ҡаранылар.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, минималь хеҙмәт хаҡы эшкә һәләтле кешенең йәшәү минимумына тиң булырға тейеш. Ул йылдан-йыл үҙгәреп торғас, йыл һайын киләһе йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен билдәләгән закон ҡабул итергә кәрәк, тиелә аңлатмала.
Бынан алдағы йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы нигеҙ итеп алына.
Быйыл икенсе квартал өсөн йәшәү минимумы 12 130 һум тәшкил иткәс, 2020 йылға хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен дә ошо кимәлдә билдәләйҙәр.
Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса Рәсәй өс яҡлы комиссияһы закон проектын хуплаған осраҡта, уны Дәүләт Думаһына ҡарауға индерәләр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: