Тантанала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, «Берләшкән караптар төҙөү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте президенты Алексей Рахманов, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов һәм уның хәләл ефете Инга Кәримова һ.б. ҡатнашты.
«Мостай Кәрим» –советтарҙан һуңғы тарихта тәүге круиз лайнерҙарының береһе. Теплоход биш йондоҙло отель кимәленә тап килә, ул «йөҙөүсе ҡунаҡхана» тибында проектланған. Бортта ресторан-барҙар, спа-салондар, тренажер залы, бөҙрәхана, өҫкө палубала ял итеп йөрөү өсөн асыҡ зона-солярий була. Караптың оҙонлоғо – 141 метр, киңлеге – 16,8 метр, 342 кеше һыйҙырышлы.