Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Сентябрь 2019, 11:03

«Һеңлекәш» фильмы өсөн – махсус бүләк

«Һеңлекәш» фильмы режиссеры Александр Галибин XII «Алтын Феникс» Бөтә Рәсәй актерҙар һәм режиссерҙар кинофестивалендә актер Анатолий Папанов исемендәге махсус бүләккә лайыҡ булды.

Награда «йәш актерҙар менән виртуоз эш һәм фильмдың әҙәби нигеҙенә һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн» тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Мостай Кәрим исемендәге фондтан.
«Алтын Феникс» кинофестивале 7-11 сентябрҙә Смоленскиҙа уҙҙы. Уның барышында 20-нән ашыу тулы һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелде. Конкурс программаһында 19 кинотаҫма ҡатнашты.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесына нигеҙләнгән. Фильмды Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. 19 сентябрҙә картина ҙур экранға сыға. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыллығына арналған. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: