Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Сентябрь 2019, 11:57

Радий Хәбиров: Йылҡысылыҡта алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ

«Беҙ йылҡысылыҡта һәр ваҡыт көслө булдыҡ, артабан да алдынғылыҡты бирергә йыйынмайбыҙ», тип яҙҙы Хөкүмәттә тармаҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса үткән кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә.

«Йылҡысылыҡ беҙҙең өсөн милли традиция ғына түгел. Был – иҡтисадыбыҙҙың мөһим өлөшө. Беҙ аттарҙың һаны буйынса илдә икенсе урында, тармаҡта 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Ләкин һуңғы ваҡытта ул тарҡала башланы. Белгестәр етешмәй, хужалыҡтарҙың һәм ипподромдарҙың матди базаһы иҫкерә. Йылҡы һаны кәмей, легендар башҡорт аты генофондының сифаты ла. Ҡарарҙар ҡабул иттек:
1) 2020 йылға тоҡомсолоҡ эшен тәртипкә килтерергә;
2) тармаҡҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн даими ат сабыштары уҙғарырға;
3) быйыл йылҡы үрсетеүселәргә дәүләт ярҙамы индерергә;
4) киләһе йылда белгестәрҙе уҡыта башларға;
5) балалар ат-спорт комплекстарына булышлыҡ итергә».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: