Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Сентябрь 2019, 13:06

Йәрминкәләр саҡыра

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте 2019 йылда ял көндәрендә ауыл хужалығы тауарҙары һатыу йәрминкәләре ойоштороу йәһәтенән ҡарар ҡабул итте.

Бәләбәйҙә йәрминкәләр 21, 28 сентябрҙә; 5, 12, 19, 26 октябрҙә; 2, 9, 16, 23, 30 ноябрҙә һәм 7, 14, 21, 28 декабрҙә Интернациональ урамы, 77-се йорт янындағы майҙансыҡта («Үҙәк» корпорацияһы» магазины ҡаршыһында) үткәреләсәк. Шулай уҡ йәкшәмбе көндәрендә Пролетар урамындағы майҙансыҡта («Девон» сауҙа үҙәгенә ҡаршы яҡта) ойошторола. Приют ҡасабаһында йәрминкәләр йәкшәмбе көндәрендә Парамонов урамы, 3-сө йорт адресы буйынса (колхоз баҙары янында) үтәсәк. Ауыл хужалығы, сауҙа, эшкәртеү предприятиеларының, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәренең, шәхсән хужалыҡ тотҡан граждандарҙың актив ҡатнашыуы һорала.
Читайте нас: