Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Сентябрь 2019, 20:04

Халыҡтың коммуналь хеҙмәттәргә сығымдары өлөшө буйынса беҙҙең республика 10-сы урында

Халыҡтың торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдары өлөшө буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан 10-сы урынды биләй, тип хәбәр итә Росстат мәғлүмәттәренә таянып ил төбәктәре рейтингын төҙөгән «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы.

2018 йылда Башҡортостанда бер ғаиләгә айлыҡ түләүҙең уртаса суммаһы 3430 һум тәшкил итте. Ғаилә сығымдары өлөшөндә ул 7,8 % булды.
Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес 9,6% тиң, был 4385 һум күләмендәге түләүгә тап килә. Илдә коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң аҙ сумманы Дағстанда һәм Ингушетияла йәшәүселәр тотона – 5% кәмерәк. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн иң күбен Камчаткала һәм Колымала йәшәүселәр түләй – 14%.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: