Унда республиканың власть органдары, муниципаль райондың урындағы үҙидара органдары, республиканың һәм райондың сыуаш милли-мәҙәни автономиялары үҙәге һәм берләшмәләре вәкилдәре, Ҡыҙыл яр ауылы халҡы ҡатнашты. Ауыл халҡы
был инвестпроекттың экологик яҡтан хәүефһеҙ булыуына тағы бер тапҡыр инанырға теләне.
Сусҡасылыҡ комплексы төҙөү проекты менән «Таврос» компанияһы йәмғиәте генераль директоры Ринат Зәйнуллин таныштырҙы. Ул заманса технологиялар уларҙың эшмәкәрлеген хәүефһеҙ һәм уңайлы итә, тип билдәләне.
Ринат Зәйнуллин инвестициялар компанияһы Бәләбәй еренә етди һәм оҙайлы ниәттәр менән килә, зооветеринар һәм экологик талаптар үтәләсәк, тип ышандырҙы.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар компания вәкиленә төрлө һорауҙар бирҙе.