«Сафа менән Сажиҙә» картинаһы Мәхмүт Ғәләүҙең популяр «Мөһәжирҙәр» романы буйынса төшөрөлә. Фильмда XVIII быуаттағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Сюжет мөхәббәт һәм психологик драма тураһында бәйән итә, аҙағында рус-япон һуғышы башлана.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Сафа менән Сажиҙә» фильмы – Татарстан менән Төркиәнең берлектәге продукты.
«Төрки донъяһы» Истанбул кинофестивале һәм Ҡазан халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң уның өҫтөндә эшләү мөмкинлеге тыуҙы. Был – ошо хеҙмәттәшлек сиктәрендә беренсе ҙур проект.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне